Бөгөн ҡурайҙа профессиональ башҡарыу сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе Йомабай Иҫәнбаевтың тыуыуына 130 йыл тула (1891-1943). Ул сит ил сәхнәләрендә – Францияла, Германияла, Швецияла, Бельгияла, Голландияла милли сәнғәттебеҙҙе күрһәтеп, дан яулаған арҙаҡлы шәхес.
Йомабай Мөтиғулла улы Иҫәнбаев – Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт совет ҡурайсыһы. Ул 1891 йылдың 21 сентябрендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Исмәғил ауылында (хәҙерге Хәйбулла районы Үрге Смаҡ ауылы) тыуған. Ҡурайҙа уйнарға ул мәшһүр ҡурайсылар Һибәтулла Ҡотошев менән Ғәбит Бараҡовтан өйрәнә. 17 йәшендә йөҙҙән ашыу башҡорт халыҡ көйөн уйнай белгән.
1991 йылда, вафатынан һуң, уға «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исем бирелгән. 1978 йылдан алып Башкортостанда Йомабай Иҫәнбаев иҫәтлегенә ҡурайсылар конкурсы үткәрелә.
БР-ҙың Республика халыҡ ижады үҙәге данлыҡлы ҡурайсының тыуыуына 130 йыл тулыуға арналған «Моңға бай Йомабай» республика онлайн-акцияһын иғлан итте. Видеояҙмаларҙы социаль селтәрҙәрҙә махсус хештегтар менән билдәләргә кәрәк:
#ЮмабайИсянбаев130лет
#ЙомабайИҫәнбаев130йәш
#ҡурайсы
#РЦНТРБУфа
#РеспубликанскийЦентрНародногоТворчества
#РЦНТ
#МКРБ
Иң сағыу һәм ҡыҙыҡлы эштәр Республика халыҡ ижады үҙәгенең сәхифәләренә урнылаштырыласаҡ.