21 майҙа 18 сәғәттә иң ҙур масштаблы акцияларҙың береһе булған “Музей төнө-2022” башланасаҡ. Башҡортостан музейҙары Бөтә Рәсәй акцияһында 12 йыл рәттән ҡатнаша. Быйылғы күргәҙмәләр һәм мәҙәни саралар 3 төп темаға бағышлана:
Ғәҙәттәгесә, Музей төнөндә яңы ҡыҙыҡлы күргәҙмәләр асыла, мауыҡтырғыс квест, балалар өсөн уйындар, төрлө экскурсиялар, йәрминкәләр, оҫталыҡ дәрестәре, концерт программалары үтәсәк. Шулай уҡ «Культура.РФ» бөтә Рәсәй порталында һәм социаль селтәрҙәрҙә тура трансляциялар ойошорола.
Акцияла 100-ҙән ашыу музей һәм башҡа мәҙәниәт учреждениелары ҡатнаша: дәүләт һәм муниципаль музейҙары, мәҙәни-ял йорттары эргәһендәге музейҙар, шәхси һәм корпоратив музейҙар, шул иҫәптән, Элемтә музейы, Интеллектус мауыҡтырғыс фәндәр йорто, “Рәсәй – минең тарихым” тарихи паркы, “Болоттар” заман сәнғәте үҙәге, Өфө художество галереяһы, “Мираҫ” галереяһы һәм “Х-МАХ” галереяһы.
Башҡортостанда “Музей төнө” акцияһы 90-дан ашыу майҙансыҡта үтәсәк, унда 500-ҙән ашыу яңы күргәҙмә һәм мауыҡтырғыс саралар ойоштороласаҡ.
Өфөлә акция 18:00 сәғәттә башлана һәм 19 майҙансыҡта үтәсәк. БР милли музейы (Совет урамы, 14) һәм “Интеллектус” мауыҡтырғыс фәндәр йорто (Софьи Перовская урамы, 52/2) араһында бушлай автобыс йөрөйәсәк: Милли музейҙан 19:00, 20:00, 21:00, 22:00, 23:00 сәғәттә ҡуҙғала, “Интеллектус” янынан 19:30, 20:30, 21:30, 22:30 ҡуҙғала.
Акция тураһында мәғлүмәт менән музейҙарҙың сайттарында, социаль селтәрҙәрҙә, «Культура.РФ» порталында танышырға мөмкин.
Акциялар тураһында баҫмаларҙы #ночьмузеевРБ2022 хештэг аҫтында ҡуйырға мөмкин.