21 августа ғалим, этнограф, тәржемәсе, мәғрифәтсе, шағир Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың тыуыуына 180 йыл (1841-1907) тулды. Башҡортостанда ошо ваҡиғаға арналған саралар үтте.
БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы алдындағы майҙансыҡта М.Өмөтбаевтың бюсына сәскә һалыу тантанаһы булды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һәйкәл быйыл майҙа асылды. Билдәле булыуынса, башҡорт халҡының бөйөк мәғрифәтсеһе Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы Өмөтбаев Стәрлетамаҡ ҡалаһында 1879—1880 йылдарҙа мәҙрәсәлә уҡытҡан.
Артабан сара ҡаланың Абдулҡадир Инан исемендәге китапханаһында дауам итте, түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Сығыш яһаусылар М. Өмөтбаевтың ғилми эшмәкәрлеген, биографияһын, ижад иткән китаптарын байҡаны, шиғырҙарын уҡыны. Сарала ҡатнашыусылар шулай уҡ А. Мөхәмәдийәрованың “М. Өмөтбаевтың виртуаль портреты” проекты менән танышты. Күренекле башҡорт шәхесенең юбилей сараһы Башҡорт тарихы йылына бағышланды.
Мәғрифәтсе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевты тыуған ерендә – Ҡырмыҫҡалы районының Ибраһим ауылында ла иҫкә алдылар.
Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев – башҡорт халҡының рухи мираҫын һаҡлап ҡалыуға ҙур өлөш индергән шәхес, мəғрифəтсе-шағир, тәржемәсе, филолог, тарихсы, этнограф, йəмəғəт эшмəкəре, публицист. Тыуған ауылында Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың йорт-музейы эшләй, уға быйыл теүәл 30 йыл. Шулай уҡ 2005 йылда Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте тарфынан М. Өмөтбаев исемендәге премия булдырылған.