Рәсәй Федерацияһы Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған көнө уңайынан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы һуғыш тураһында шиғыр һөйләү буйынса "Шайморатов уҡыуҙары" онлайн-конкурсын иғлан итә.
Конкурстың маҡсаты – йәш быуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының яу юлы тарихы һәм Ватан тарихының героик биттәре өлгөһөндә рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе, илһөйәрлек тойғоһон нығытыу.
Бәйгелә 6-18 йәштәге балалар ҡатнаша ала. Конкурсҡа шиғыр яҙмаһы менән видеороликтарҙы 30 сентябргә тиклем ебәрергә кәрәк. Биҙәлеш йәһәтенән тематик атрибуттарҙы һәм музыкаль оҙатыуҙы файҙаланырға мөмкин. Ҡатнашыу тураһында ғаризалар museum112bkd @ mail.ru электрон почтаһына ебәрелә.
Конкурс еңеүселәренә диплом һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыланасаҡ. Конкурс тураһында положение менән түбәндәге ошо һылтанма буйынса танышырға мөмкин: https://vk.com/musei112bkd?w=wall-144198698_1705.