Нефтекама дәүләт филармонияһы аккомпаниатор-концертмейстеры Ильяс Гәрәев XIV Бөтә Рәсәй ҡыңғырау сыңы фестивале лауреаты булды. Ул "Йәштәр араһында халыҡ музыкаһын танытҡан өсөн" номинацияһы менән бүләкләнде.
"Фестиваль барышында балалайкала өс яңғыҙ концерт бирҙем. Программаға сит ил, классик, рус һәм татар халыҡ көйҙәре инде. Быйыл көҙ Нефтекама филармонияһы сәхнәһендә үтәсәк киләһе яңғыҙ концертыма барығыҙҙы ла саҡырам ", - тине Ильяс Гәрәев "Башҡортостандың мәҙәни донъяһы" интернет-порталына.
XIV Бөтә Рәсәй ҡыңғырауҙар сыңы фестивале 6-8 августа Татарстан Республикаһының Алабуға ҡалаһында үтте. Йәрминкәгә 200 меңдән ашыу кеше килгән. Ҡунаҡтар араһында Татарстан, Екатеринбург, Пермь, Түбәнге Новгород, Ульяновск һәм Мәскәү ҡалалары халҡы ла бар ине.