Журналист, драматург, прозаик, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғәли Ибраһимов һәм Жәлил Кейекбаев исемендәге премиялар лауреаты Кәбир Аҡбашев 1932 йылдың 10 мартында БАССР-ҙың Красноусол (хәҙерге Ғафури) районы Яңы Зәйет ауылында тыуған.
Хеҙмәт юлын Ғафури районы гәзитендә хеҙмәткәр булып башлай, артабан Стәрлетамаҡ гәзитендә эшләй. Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлаған. 1977 йылдан Кәбир Мөхәмәтшәрип улы республиканың Стәрлетамаҡ зонаһы буйынса дәүләт телерадиокомитетының баш мөхәррире булып эшләй. 1992 йылдан - «Экран» Стәрлетамаҡ телерадиокомпанияһының яуаплы мөхәррире, 2000 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһының яуаплы секретары вазифаһын биләгән.
Кәбир Аҡбашев иң элек драматург булараҡ билдәле. Уның пьесалары республика театрҙарында ҡуйыла һәм халыҡ һөйөүен яулай: «Ашҡаҙар» (1973), «Китмә, Рөстәм!» (1979), «Йәшлегем тирәктәре» (1989) һәм башҡалар.
Танылған яҙыусы балалар өсөн өс шиғри йыйынтыҡ баҫтырып сығарған. Повестар һәм хикәйәләр яҙған. Фельетон, юмористик хикәйә һәм бер актлы комедия жанрҙары күңнленә яҡын була, уларҙың байтағы «Һәнәк» сатира һәм юмор журналы биттәрендә донъя күрҙе.
Кәбир Аҡбашевтың шиғырҙарына Нур Дауытов, Рим Хәсәнов, Роза Сәхәүетдинова һәм башҡа композиторҙар тарафынан 50-нән ашыу йыр ижад ителгән.
«1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн», «Намыҫлы хеҙмәте өсөн» миҙалдары һәм «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 50 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнгә.
Кәбир Мөхәмәтшәрип улы 2019 йылда 86 йәшендә донъя ҡуйҙы.