Башҡортостандың баш ҡалаһында VI Бөтә донъя фольклориадаһы асылды

Башҡортостандың баш ҡалаһында VI Бөтә донъя фольклориадаһы асылды

3 июлдә "Өфө-Арена" боҙ һарайында VI Бөтә донъя фольклориадаһының асылыу тантанаһы уҙҙы.

Тантананың беренсе минуттарынан уҡ Фольклориада илдәрен ҡаршылаған башҡорт халҡының тарихы барланды – Урал батыр яуыз көстәрҙе еңде, тирә-яҡҡа Йәншишмә тамсыларын бөрктө, эпостан һүҙҙәр яңғыраны:

“Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,

Кеше булһын затығыҙ!..”

Был һүҙҙәрҙәни һуң боҙ аренаһы Сармат алтындарына, башҡорт милли биҙәктәренә күмелде.

Башҡорттарҙың ҡунаҡсыл халыҡ икәнлеге йыр-бейеүҙә, ҙур-ҙур бауырһаҡтарҙа, ҡымыҙ тулы кәсәләрҙә сағылды.

Артабан сәхнә түренә Фольклориада символы – башҡорт милли кейемендәге матрешка сыҡты.

Башҡортостан да, был сара үҙе лә - милләт-ара дуҫлыҡтың тере дәлиле, шуға күрә артабан боҙ һарайы Башҡортостанда йәшәгән милләттәрҙең йыр-моңдарына күмелде. Башҡортостандың балет сәнғәтендә яҡты эҙ ҡалдырыуын да һыҙыҡ өҫтөнә алырға онотмағандар – был сәнғәт төрө сағыу тамашала сағылдырылды.

Фольклориаданың гимны башҡарылып, флаг күтәрелгәс, сәхнә түрендә Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашҡан ил вәкилдәре күренде, һәр береһенең сығышы көслө алҡыштарға күмелде.

Барлыҡ илдәр сығып теҙелеп баҫҡас, сәхнәнән Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашҡандарҙы тәбрикләгән һүҙҙәрен яңғыраттылар.

Ил башлығы фестивалдең күп милләтле Башҡортостанда үтеүенең тәрән символик мәғәнәгә эйә булыуын билдәләне, ҡатнашыусыларҙы был донъяуи сара менән ихлас ҡотланы. 

Бөтә донъя фольклориадаһын асыу тантанаһында меңдән ашыу артист, 500 интеллектуаль яҡтыртыу ҡорамалдары, 800 квадрат метр светодиод экрандар, үҙенсәлекле механизмдар ҡулланылған - тантананың юғары кимәлдә уҙыуы Башҡортостандың, Рәсәйҙең ҡанында булған ҡунаҡсыллыҡ, тырышлыҡ, бай мәҙәниәт, тәрән тарих хаҡында һөйләй.

Башҡортостандың баш ҡалаһында VI Бөтә донъя фольклориадаһы асылды
Башҡортостандың баш ҡалаһында VI Бөтә донъя фольклориадаһы асылды
Башҡортостандың баш ҡалаһында VI Бөтә донъя фольклориадаһы асылды
Башҡортостандың баш ҡалаһында VI Бөтә донъя фольклориадаһы асылды

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb