Башҡорт әҙәбиәт ғилеме белгесе, тәнҡитсе, яҙыусы, журналист, юғары мәктәп уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Зәки Әлибаев бөгөн 55 йәшлек юбилейын ҡаршылай.
Зәки Әлибаев 1967 йылдың 10 ғинуарында Белорет районының Йөйәк ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Филология фәндәре кандидаты.
Хеҙмәт юлын Зәки Арыҫлан улы 1992 йылда Башҡорт дәүләт университетының башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһында ассистент булып башлай. 1994-2009 йылдарҙа башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһының өлкән уҡытыусыһы, башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканы урынбаҫары, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһы доценты булып эшләй. 2009 йылдан - М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте кафедраһы доценты. Илленән ашыу ғилми һәм уҡытыу-методик хеҙмәт, шул иҫәптән Роберт Байымов, Мирас Иҙелбаев, Зәйнәб Биишева, Жәлил Кейекбаев, Кирәй Мәргән, Мостай Кәрим, Мәүлит Ямалетдинов, Рәми Ғарипов, Мифтахетдин Аҡмулла ижады буйынса хеҙмәттәр авторы.
Зәки Арыҫлан улы әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге алып бара, йәштәр һәм уҡыусылар менән йыш осраша. Уны Башҡортостан ҡалалары һәм райондарында яҡшы беләләр. Зәки Әлибаевтың студенттары Рәсәй халыҡтары телдәре һәм әҙәбиәттәре буйынса бөтә Рәсәй студенттар олимпиадаһында бер нисә тапҡыр еңеү яуланы. Әҙәбиәт һәм фән өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштары өсөн Зәки Әлибаев «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. «Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы» наградаһы менән наградланған.
"Башҡортостандың мәҙәни донъяһы" интернет-порталы Зәки Арыҫлан улын күркәм ғүмер байрамы менән ҡотлай һәм оҙон ғүмер, ғаилә именлеге теләй!