Өфөлә Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған сараларҙы әҙерләү һәм үткәреү буйынса республика ойоштороу комитеты ултырышы уҙҙы.
Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Рәми Ғарипов (1932 йылдың 12 феврале – 1977 йылдың 20 феврале) совет дәүере башҡорт әҙәбиәте тарихында айырым урын биләй. Ижадында ул тормош мәғәнәһе, халыҡтың тарихи яҙмышы, быуындарҙың рухи бәйләнеше хаҡында уйлана, туған тел һәм мәҙәниәттең киләсәге өсөн борсола, йыш ҡына башҡорт халыҡ-шиғриәт ижадына мөрәжәғәт итә. Рәми Ғариповтың иң билдәле шиғыры – «Туған тел».
2022 йылда шағирҙың 90 йыллығы Башҡортостанда республика Башлығы указы буйынса билдәләнә.
“Байтаҡ онлайн һәм офлайн саралар үткәрергә ниәтләйбеҙ. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә Рәми Ғариповтың әҫәрҙәре тупланған һәм уның тормошона, ижадына бағышланған биш китап нәшер ителә. Булат Йосоповтың “Шағир көндәлеге” фильмы иң көтөп алынған ваҡиға буласаҡ, – тип билдәләне ойоштороу комитеты рәйесе, Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Азат Баҙранов. – Рәми Ғарипов – ысын мәғәнәһендә халыҡ шағиры, башҡорт лирикаһын булдырыусы, уның ижадын йыш ҡына Есениндың ижады менән сағыштыралар”.
Саралар планына ярашлы, 11 февралдә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында «Рәми дәресе» берҙәм республика тематик дәресе үткәрелә. Гимназияла урынлашҡан Рәми Ғариповтың музей-кабинеты яңыртыла. Башҡортостан Яҙыусылар союзы Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты менән берлектә шағирҙың тормошона һәм ижадына арналған «Йәш ижадсы» конкурсын һәм интернет-викторина уҙғара.
12 февралдә шағирҙың ҡәберенә сәскәләр һалыу һәм Рәми Ғарипов иҫтәлегенә тантаналы митинг планлаштырылған.
Рәми Ғариповтың юбилейына арналған шиғриәт кисәһе шағирҙың тыуған яғы Салауат районында ойошторола.
М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты Рәми Ғариповтың шиғырҙарын донъя телдәренә тәржемәләү буйынса республика конкурсын һәм мәктәп уҡыусылары араһында Рәми Ғариповтың ижады буйынса буктрейлерҙар (китаптарға байҡау яһалған видеолар) республика конкурсын ойоштора.
Юбилей саралары барышында республика шиғыр һөйләүселәр конкурсы, Ғарипов уҡыуҙары, туған тел уҡытыусылары өсөн ғилми-методик конференция, «Башҡортостандың йөҙ шағиры» республика әҙәби марафоны, Рәми Ғарипов иҫтәлегенә «Көрәш» республика турниры, волейбол буйынса республика турниры һәм башҡа саралар ойошторола.
Өфөлә шағирҙың хәтер кисәһе апрелдең икенсе яртыһында «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙа.
Булат Йосоповтың «Рәми Ғарипов. Шағир көндәлеге» нәфис фильмының премьераһы быйыл көҙ үтәсәк.