2021-2022 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған сараларҙы әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитеты флешмоб башлап ебәрҙе.
Был флешмоб 2022 йылдың 12 ғинуарынан 12 февраленә тиклем уҙғарыла. Конкурста ҡатнашыу өсөн Рәми Ғариповтың шиғыры менән видеоролик төшөрөргә кәрәк.
Материалдар (видеояҙмалар) «Рәми Ғарипов-90» билдәһе һәм ҡатнашыусының ғаризаһы менән Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. электрон адресына ҡабул ителә.
Конкурс тураһында положение менән «Бәйләнештә» «Рәми Ғариповтың йорт-музейы» төркөмөндә танышырға мөмкин.