Башҡортостандың Халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры Кремль һарайында сығыш яһаны

Башҡортостандың Халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры Кремль һарайында  сығыш яһаны

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Линар Дәүләтбаев етәкселегендәге БР Халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры Рәсәйҙең милли оркестрҙары фестивалендә ҡатнашты һәм тәүге тапҡыр илдең төп концерт сәхнәһендә – Кремль һарайында  сығыш яһаны.

Фестивалгә илдең 15 оркестры саҡырылғайны. Сара Рәсәй халыҡтары мәҙәни мираҫы йылының төп ваҡиғаларының береһенә әүерелде.

"Ғинуар айынан программа һайлай башланыҡ. Фестивалдең художество советы менән бик күп материал ҡараныҡ, тыңланыҡ. Башҡортостандың Халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры башҡарыуындағы Евгений Чугаев ижад иткән "Эжен батыр" көйөн һайлап хаталанманыҡ. Был музыка башҡорт халҡының бар матурлығын күрһәтте", - тине фестивалдең художество етәксеһе, Людмила Зыкина исемендәге “Рәсәй” рус халыҡ ансамбленең художество етәксеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Дмитрий Дмитриенко.

Был фестивалдә ҡатнашыу – һәр коллектив өсөн ҙур мәртәбә һәм яуаплылыҡ. Яҡташтарыбыҙ башҡорт халыҡ уйын ҡоралдарының киң мөмкинлеген, башҡорт моңоноң тәрәнлеген күрһәтте.

"Бөгөн халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры Башҡортостандың алдынғы коллективтарының береһе иҫәпләнә, ул юғары профессиональ кимәлгә эйә. Был сәхнәлә сығыштары һуңғыһы булмаҫ. Оркестрыбыҙға Рәсәйҙең һәм донъяның иң яҡшы залдарын яулауҙарын теләйем", - тине Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Алмас Сәйетов.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb