Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин исемендәге повестар конкурсы иғлан ителде

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин исемендәге повестар конкурсы иғлан ителде

“Ағиҙел” әҙәби-нәфис һәм публицистик журналы, “Башҡортостан 24” телеканалы менән берлектә, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин исемендәге повестар конкурсын иғлан итә. Конкурс "Ағиҙел" журналының 100 йыллығына арнала.

Әҙәби бәйгенең маҡсаты – повесть жанрын үҫтереү, йәнләндереү, төрләндереү, баһаһын күтәреү һәм башҡорт әҙәбиәтенең иң күп романдар һәм повестар авторы, ысын мәғәнәлә халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың иҫтәлеген мәңгеләштереү.

Конкурс шарттары түбәндәгесә:

– унда Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзалары башҡорт телендә яҙылған һәм бер ҡайҙа ла баҫылмаған, күләме өс табаҡтан (компьютерҙа йыйылған 100 бит самаһы) артмаған повесть менән ҡатнаша ала;

–тема сикләнмәй;

– конкурста ҡатнашыусылар эштәрен электрон почта (Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра.) аша ебәрә йә “Ағиҙел” журналы редакцияһына ҡулъяҙманы электрон рәүештә тапшыра ала. Конкурсҡа ебәрелгән эштәрҙә мотлаҡ "Ноғман Мусин исемендәге конкурсҡа" тигән билдә булырға тейеш;

– жюри ағзалары тарафынан иң беренсе сиратта әҫәрҙәрҙең сюжет яңылығына, тел, фекер байлығына, һүрәтләү сараларына, стиль үҙенсәлегенә иғтибар биреләсәк;

– иғтибарға лайыҡлы повестар “Ағиҙел” журналында донъя күрәсәк.

Баһалама ағзалары: Мөнир Ҡунафин (жюри рәйесе, "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире), Уйылдан Ғәлин ("Башҡортостан 24" телеканалының директор урынбаҫары), Гөлсирә Ғиззәтуллина, Фәрзәнә Аҡбулатова, Хәйҙәр Тапаҡов, Салауат Әбүзәр. Баһалама ағзалары шулай уҡ конкурста ҡатнашыу хоҡуғына эйә.

“Башҡортостан 24” телеканалы конкурс барышы, айырым ҡатнашыусылар, еңеүселәр һәм уларҙың әҫәрҙәре хаҡында тапшырыуҙар, әңгәмәләр әҙерләйәсәк.

Еңеүселәргә аҡсалата премия ҡаралған:

I урынға – 50 мең һум,

II урынға – 30 мең һум,

III урынға – 20 мең һум.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb