18 сентябрҙә Башҡортостандың Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры Рәсәй буйлап гастролдәргә сығырға йыйына. Сәфәр “Беҙ – Рәсәй” федераль программаһы сиктәрендә ойошторола. Оркестрҙың художество етәксеһе һәм баш дирижеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, БР-ҙың Ш. Бабич исемендәге Дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Линар Дәүләтбаев.