Башҡортостандың милли китапханаһында "Библиотөн" акцияһы уҙҙы

Башҡортостандың милли китапханаһында "Библиотөн" акцияһы уҙҙы

28  майҙа Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһында "Библиотөн - 2022" акцияһы уҙҙы. Бөтә Рәсәй күләмендәге йыл һайын уҙғарылған сара быйыл Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына арналды. Республиканың төп китапханаһындағы Библиотөн кескәй балаларҙы һәм өлкәндәрҙе, ябай китап һөйөүселәрҙе һәм билдәле шәхестәрҙе бер майҙанға йыйҙы.

Бында төрлө йүнәлештәге оҫталыҡ дәрестәре, квестар, балалар өсөн уйындар, ҡул эштәре өлгөләренән күргәҙмә-йәрминкәләр үткәрелде.

Күренекле сәсәниә Розалия Солтангәрәева бәләкәстәргә башҡорт халыҡ уйындарын уйнатты, башҡорт халыҡ ижады өлгөләре манән таныштырҙы. Башҡортостандағы иң билдәле өләсәй, йәмәғәт эшмәкәре Альбина Исхаҡова балаларға  башҡорт әкиәттәрен көйләп һөйләне.

"Башҡорт милли кейеме", "Башҡорт тамбурлы сигеүенең тылсымы" исемле баҫмалары менән милли мәҙәни мираҫты мәңгеләштереүгә ҙур өлөш индергән ғалимә Айгөл Камалиева башҡорт милли кейемен теккән йыш осоаған хаталар тураһында һөйләне, ҡул эштәре менән мауыҡҡан ҡатын-ҡыҙға оҫталыҡ дәресе уҙғарҙы. Ғөмүмән, олоһо ла, кесеһе лә күңеленә ятҡан шөғөл тапты.

Башҡортостандың милли китапханаһында "Библиотөн" акцияһы уҙҙы
Башҡортостандың милли китапханаһында "Библиотөн" акцияһы уҙҙы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb