Башҡортостандың Милли симфоник оркестры Урал аръяғы буйлап гастролдәрен тамамланы

Башҡортостандың Милли симфоник оркестры Урал аръяғы буйлап гастролдәрен тамамланы
 
Белорет, Магнитогорск, Сибай һәм Межгорье тамашасылары композитор-романтиктарҙың сағыу әҫәрҙәрен Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры башҡарыуында тыңлап һөйөндө. Баш дирижер, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Дмитрий Крюков дирижёрлыҡ итте. Программала Карл Мария фон Вебер, Феликс Мендельсон һәм  Людвиг ван Бетховендың әҫәрҙәре яңғыраны. 
 
Солист сифатында Башҡортостан Дәүләт оркестрының генераль директоры, республиканың халыҡ артисы Артур Нәзиуллин сығыш яһаны.
 
Тыңлаусылар оркестрҙы тулы залдар һәм оҙайлы алҡыштар менән ҡаршы алды - республиканың алыҫ ҡалалары өсөн Башҡортостан Дәүләт оркестры концерттары һәр саҡ ҙур һәм күптән көтөлгән ваҡиға. Сибайҙар Башҡортостан Милли симфоник оркестрының концертын былтыр реставрацияланған филармонияла тыңланы, ә Межгорье ҡалаһы республиканың төп оркестрын һуңғы тапҡыр ун йыл элек ҡабул иткәйне. 
 
Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әминә Шафиҡова:
 
«Бәләкәй ҡалаларҙа мәҙәни тормоштоң сифатын һәм төрлөлөгөн арттырыу - «Мәҙәниәт» милли проектының мөһим йүнәлештәренең береһе. Беҙҙең Милли симфоник оркестрының үҙәктән алыҫ урынлашҡан ҡала һәм райондарҙы үҙ концерттары менән ҡыуандырыуын беренсе йыл ғына күҙәтмәйбеҙ, халыҡтан бик күп ыңғай фекер ишетәбеҙ. Башҡортостандың ҡала һәм райондарында йәшәүселәрҙе юғары мәҙәниәт даирәһенә йәлеп итеп, коллективтың гастроль графигына яңынан-яңы концерт майҙансыҡтарын индерәбеҙ».

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb