30 сентябрҙән 2 октябргә тиклем Силәбе өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре үтә. Сраны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы күрше төбәк менән бергә ойошторған. Мәҙәниәт һәм мәғариф көндәренең киң программаһына төрлө йүнәлештәге саралар ингән. Кисә үк Силәбе ерендә Башҡортостандан бер төркөм билдәле сәнғәт әһелдәре килеп, милләттәштәребеҙгә төрлө йүнәлештәр буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Ойоштороусылары - Республика халыҡ ижады үҙәге. Ҡурай һәм ҡумыҙ буйынса оҫталыҡ дәресен Ҡонашаҡ районының Ибраһим, Маяҡ ауылдарында Бөтә Рәсәй, республика конкурстары лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф отличнигы Ирек Әхмәҙиев ойошторған, сарала өс тиҫтәнән ашыу кеше ҡатнашҡан. Башҡорт халыҡ бейеүҙәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре Хәлит ауылында ойошторолған. Уны билдәле балетмейстр, сәхнә оҫтаһы Азат Кәримов үткәргән. Сараға эргә-тирәләге ауыл халҡы ла ҡушылған.
Ҡоншаҡ ауылында йыр һәм фольклор буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткән. Уны иһә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәйҙә Ильясова алып барған. Дөйөм алғанда, бөтә сараларҙа йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашҡан.
Бөгөн, 30 сентябрҙә, Ҡонашаҡ ауылында ҙур концерт планлаштырылған. Сараларҙа Башҡортостан делегацияһы, шул иҫәптән, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре лә ҡатнаша. Һис шикһеҙ, урындағы милләттәштәребеҙ өсөн был ҙур байрам буласаҡ. Ирек Кәтип улы әйтеүенсә, урындағы халыҡ уларҙы бик йылы ҡаршы алған.
«Бында милләттәштәребеҙ күпләй йәшәй. Мәктәптәрҙә лә, башҡа урындарҙа ла саф башҡортса аралашҡандарын ишетеп, шатландыҡ. Тимәк, Силәбелә милли рух көслө, туған телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу, хөрмәт ҙур. Оҫталыҡ дәрестәрендә лә ихлас ҡатнаштылар. Республиканың халыҡ ижады үҙәгенән беҙ ҡумыҙ, ҡурай комплекттарын, башҡорт халыҡ ижады йүнәлештәре буйынса видеодәрестәр яҙмаларын бүләк итәбеҙ», - тип белдерҙе Ирек Әхмәҙиев.