Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды

Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды

Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы филиалы – Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында күренекле башҡорт яҙыусыһы Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған «Башҡорт әҙәбиәте ынйыһы» күргәҙмәһе асылды. Тантаналы сара яҙыусыларҙы, ғалимдарҙы, студенттарҙы, журналистарҙы һәм әҙибәнең ижадын һөйөүселәрҙе йыйҙы.

Һәҙиә Дәүләтшина (Ильясова), 1905 йылдың 5 мартында Һамар Һамар губернаһы Николай өйәҙе Имел олоҫоноң (хәҙерге Һамар өлкәһе Оло Чернигов районы) Хәсән ауылы крәҫтиәне Лотфулла Ильясов ғаиләһендә тыуған. Ул башҡорт әҙәбиәтендә юйылмаҫ эҙ ҡалдырған. «Айбикә», «Башаҡтар тулҡыны», «Ялҡынлы йылдар», «Һырға һабағы», «Мораҙым» кеүек киң билдәле әҫәрҙәре, һәм, әлбиттә, «Ырғыҙ» романы дәүерҙең социаль проблемаларын, башҡорт мәҙәниәтен һәм тарихын тәрән сағылдыра. Әҙәбиәт үҫешенә индергән өлөшө өсөн Һәҙиә Дәүләтшина 1967 йылда, үҙе үлгәндән һуң, Салауат Юлаев исемендәге республика премияһының беренсе лауреаты була.

БР Милли әҙәби музей директоры Зәки Әлибаев күргәҙмәнең үҙенсәлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды:

"Материалдарҙы Бөрөләге Һәҙиә Дәүләтшина музейынан, шулай уҡ Башҡортостандың башҡа ҡала һәм райондарынан йыйҙыҡ. Күргәҙмә экспонаттарҙы күрһәтеү урыны ғына түгел, ә яҙыусының тормошо һәм ижады тураһында фекер алышыу өсөн майҙансыҡ булып та тора. Бында 1957 йылда Сыҡҡан «Ырғыҙ» китабы, Һәҙиә Лотфулла ҡыҙының шәхси әйберҙәре, уның сигеүҙәре һәм, әлбиттә, фотоһүрәттәре ҡуйылған. Экспозиция яңы материалдар менән тулыланасаҡ».

Хәйҙәр Ғарипов яһаған бюст һәм Риф Абдуллин яҙған портрет күргәҙмәгә айырым йәм өҫтәй. Һәҙиә Дәүләтшинаны яҡындан белгән яҙыусы һәм драматург Мөкәрәмә Садиҡованың хәтирәләре иһә сараны күңел йылыһы һәм яҡты хистәр менән байытты.

«Һәҙиә апай бик көслө рухлы ҡатын булды, төп маҡсаты «Ырғыҙ» романын баҫтырыу ине. Был әҫәрҙе уҡыһаң, үҙеңде даръяға сумғандай хис итәһең, сөнки уға фекер тәрәнлеге һәм тел байлығы хас», - тип билдәләне Мөкәрәмә Хафиз ҡыҙы.

Күргәҙмә шулай уҡ ғилми фекер алышыуҙар майҙансығына әүерелде. Филология фәндәре кандидаты Зәкиә Мырҙағолова Һәҙиә Дәүләтшина ижадының башҡорт тарихи прозаһы үҫешенә йоғонтоһо тураһында һөйләне.

«Һәҙиә Дәүләтшина «Ырғыҙ» романын ҡатмарлы тарихи шарттарҙа яҙа. Әҫәр күп тапҡыр цензураға дусар ителгән, төп сәбәптәрҙең береһе тип романдың сәйәси талаптарға тура килеп етмәүен атайҙар. Был һорауға ул үҙенең бөтә интеллектуаль мөмкинлеге, дипломатик һәләтен, тормошҡа ҡарата тәрән аҡылын да һалған. Сәйәси ҡыҫымдар шарттарында донъя күрһә лә, ҡабат-ҡабат иләктән үткәрелһә лә, «Ырғыҙ» романы беҙҙең халыҡҡа хас булған мәҙәни кимәлде, эстетик зауыҡты һәм аҡылды сағылдыра алыуы менән ҙур ҡаһарманлыҡ өлгөһө булып тора», - тине Зәкиә Ғәлимйән ҡыҙы.

Филология фәндәре кандидаты Ғәҙилә Бүләкова үҙенең тикшеренеүҙәре, шул иҫәптән яҙыусының көндәлегенән ҡайһы бер яҙмалар тураһында һөйләне.

2005 йылда Башҡортостанда балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы булдырылды. Ошо премия лауреаты, Башҡортостандың халыҡ шағиры Гүзәл Ситдиҡова яҙыусының тыуған йорто нигеҙен эҙләп табыу тарихы менән уртаҡлашты.

«Хәсән ауылы картала юҡ инде, – тине Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы, – шуға күрә йорт нигеҙе ер менән тигеҙләнмәҫ элек уның торған урынын билдәләп ҡуйырға кәрәк».

Күргәҙмәне асыу тантанаһы тере сәскәләрҙән композиция эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе менән тамамланды.

«Башҡорт әҙәбиәте ынйыһы» күргәҙмәһе Башҡортостандың мәҙәни тормошонда мөһим ваҡиға әүерелергә вәғәҙәләй. Ул 29 мартҡа тиклем Өфө ҡалаһы, Гоголь урамы, 28/1 адресы буйынса эшләй. Бынан һуң байтаҡ экспонаттар йыл аҙағына тиклем республика мәктәптәрендә уҙасаҡ асыҡ дәрестәр барышында ҡулланыласаҡ.

Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb