«Беҙ бергә»: Ҡазанда Башҡортостан һәм Татарстан артистарының хәйриә концерты уҙҙы

«Беҙ бергә»: Ҡазанда Башҡортостан һәм Татарстан артистарының хәйриә концерты уҙҙы

8 июндә Ҡазан ҡалаһының «Пирамида» мәҙәни-күңел асыу комплексында Башҡортостандың һәм Татарстандың сәхнә оҫталары ҡатнашлығында «Беҙ бергә» хәйриә концерты үтте. Проекттың маҡсаты - Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына ярҙам күрһәтеү. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, проект сиктәрендәге тәүге концерт 25 майҙа Өфөлә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙҙы.

«Татар-информ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, хәйриә концерты, Өфөләге кеүек үк, аншлаг менән үткән. Концерт барышында тамашасылар Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары халҡы өсөн аҡса күсерә алған.

Проектта ҡатнашыусыларҙы һәм тамашасыларҙы Татарстан Республикаһының мәҙәниәт министры Ирада Әйүпова сәләмләгән.

«Бөгөн рәсми һүҙҙәр кәрәкмәй. Был ябай сара түгел, ҙур ваҡиға. Был ҙур, ҡеүәтле күпер. Халҡыбыҙға был күпер ныҡ кәрәк. Беҙ һәр ваҡыт “иң кәрәклеһе нимә?” тигән һорау өҫтөндә уйланабыҙ. Бөгөн рәхимлелек һәм мәрхәмәтлелек кеүек сифаттар кәрәк. Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры күптән түгел Ҡазанда сығыш яһағанда ошондай сара ойоштороу ниәте тыуҙы. Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға ихлас рәхмәтемде белдерәм. Уртаҡ проекттарыбыҙ рәхимлелеккә һәм дуҫлыҡты нығытыуға йүнәлтелгән», - тигән Ирада Хафизйән ҡыҙы.

Концертта ике республиканың иң популяр артистары ҡанашҡан: Рөстәм Ғиззәтуллин, Әлфиә Ниғмәтуллина, Рәфис Сирусин, “Зәйнетдин” этно-төркөмө, "Арғымаҡ" этно-шоу проекты, Гүзәл Уразова, Зәйнәб Фәрхетдинова, Зөфәр Билалов, Филүс Ҡаһиров, Илнат Фәрхуллин, Раяз Фасихов, Зөлфәт Хәким, роман Плеханов һәм “Ҡазан” бейеү ансамбле. Концертты Иван Остроумов алып барған.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb