Беренсе каналда "Аҡ тирмә" башҡорт ансамбле сығыш яһаны

Беренсе каналда "Аҡ тирмә" башҡорт ансамбле сығыш яһаны

«Хәйерле иртә!» — Мәскәү башҡорттарының «Аҡ тирмә» фольклор ансамбле «Хәйерле иртә» программаһында Беренсе канал тамашасыларын шулай тип сәләмләне. Артистар тағы ла ҡумыҙ, ҡурай һәм ҡумыҙ кеүек халыҡ уйын ҡоралдары оҙатыуында башҡорт телендә күңелле таҡмаҡтар йырланы. 4 декабрҙәге тапшырыуҙы ошо һылтанма буйынса ҡарарға мөмкин.

Ансамбль һигеҙ йыл тирәһе эшләп килә. Уның ойоштороусыһы һәм етәксеһе Гөлсинә Батыршина әйтеүенсә, Рәсәйҙең баш ҡалаһында коллектив киң танылыу яулаған.

"Беҙҙе күп төрлө проект һәм фестивалгә саҡыралар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы саҡта ҡатнашыуҙан баш тартырға тура килә, сөнки артистарыбыҙ төрлө өлкәлә эшләй, ә ижад менән ял көндәрендә генә шөғөлләнә алабыҙ», — тине Гөлсинә Алтынтимер ҡыҙы.

"Хәйерле иртә" программаһын алып барыусы Ирина Муромцева “Аҡ тирмә” ағзаларының сәхнә кейеменең матурлығын билдәләне.

«Минеңсә, һәр иртәне тап шундай сағыу костюмдарҙа һәм шундай сағыу тауыштар менән ҡаршыларға кәрәк», — тине тапшырыу барышында алып барыусы.

Башҡортостан мәҙәниәтен юғары кимәлдә күрһәтеү өсөн "Аҡ тирмә" ансамбле ағзалары күп көс һала.

"Мәскәүҙә беҙҙе бик яраталар, "беҙҙең башҡорттар" тип йөрөтәләр. Бындай яҡшы мөнәсәбәт беҙгә тыуған мәҙәниәтебеҙҙе танытыу эшендә көс һәм дәрт бирә», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ансамбль етәксеһе.

Билдәләп үтергә кәрәк, күптән түгел коллектив Мәскәүҙә Яңы йыл комедияһын төшөрөргә саҡырылды. «Аҡ тирмә» артистарын Рәсәйҙең халыҡ артисы Филипп Киркоров ҡатнашлығындағы эпизодта күрергә мөмкин.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb