13 мартта «Торатау» конгресс-холында танылған ҡурайсы Юлай Касимовтың концерты була. Сараны ҙур профессиональ команда әҙерләй һәм, уларҙың һүҙҙәренсә, был концерт йыл ваҡиғаһына әүереләсәк.
Шоу-программа ҡурайҙың тарихы һәм башҡорт халыҡ көйҙәре менән таныштыра. Тамашасы музыка донъяһына сума һәм башҡорт ҡурайының заманса яңғырашын баһалай аласаҡ.
Кисәне башҡорт эстрадаһының популяр йырсылары Рәфис Сирусин, Әлфиә Ниғмәтуллина, ҡыл-ҡумыҙсы Зәлиә Ғәниәтуллина һәм Өфөнөң «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле биҙәйәсәк.
Электрон билеттарҙы ошо һылтанма буйынса һатып алырға мөмкин.
«Пушкин картаһы»нан файҙаланырға була.
Тамаша киске сәғәт 7-лә башлана.
Белешмә:
Юлай Касимов - «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле солисы, Башҡортостандың алдынғы ҡурайсыларының береһе, халыҡ-ара, бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты, республика конкурстары еңеүсеһе. Рәсәй ҡалалары, яҡын һәм алыҫ сит илдәр буйлап гастролдәрҙә була. Ҡаҙағстанда, Төркиәлә, Кипрҙа, Италияла, Болгарияла, Испанияла, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә, Солтанат Оманда һәм башҡа илдәрҙә Башҡортостан исеменән сығыш яһап өлгөргән. 2016 йылда «Төрксой» халыҡ-ара төрки халыҡ уйын ҡоралдары оркестрына солист итеп саҡырылған.