Рим Хәсәновтың йырҙарын башҡарыусыларҙың «Сәскәләр уяныр» республика асыҡ конкурсы Благовар районында 2015 йылдан алып үткәрелә. Маҡсаты - сығышы менән Благовар районынан булған билдәле башҡорт композиторы Рим Хәсәновтың йыр ижадын һаҡлау һәм киң танытыу.
Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, сәнғәт фәндәре кандидаты, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал сәнғәте кафедраһы профессоры Иҙрис Ғәзиев жюри рәйесе булды. Бәйгеселәрҙең сығышын шулай уҡ Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Нәзифә Ҡадирова һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының эстрада-джаз башҡарыуы һәм тауыш режиссеры кафедраһы доценты Светлана Слягузова баһаланы.
Конкурста 16 йәштән өлкән үҙешмәкәр һәм профессиональ яңғыҙ башҡарыусылар һәм вокаль коллективтар ҡатнашты.
Быйыл бәйгелә ҡатнашыу өсөн республиканың 5 ҡалаһынан һәм 26 районынан 78 ғариза ҡабул ителгән, 250-гә яҡын кеше йыйылған.
Бәйгеселәр композитор Рим Мәхмүт улы Хәсәнов яҙған ике төрлө характерҙағы әҫәрҙе башҡарҙы.
Конкурстың гала-концертын ҡарарға легендар композитор үҙе лә килде. Благоварҙар данлыҡлы яҡташтарын йылы ҡаршы алды, уны быйыл март айында билдәләгән 75 йәшлек юбилейы менән ҡотланы.
Гран-приға Өфө ҡалаһының «Сулпан» халыҡ вокаль ансамбле лайыҡ булды.
Шулай уҡ был кистә район Мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә Благовар районында тыуып үҫкән танылған эстрада йырсыһы Рөстәм Асаев сығыш яһаны.
Конкурсты ойоштороусылар - Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Благовар районы хакимиәте.