БР Дәүләт академия хор капеллаһы Тынлы музыка халыҡ-ара фестивалендә ҡатнаша

БР Дәүләт академия хор капеллаһы Тынлы музыка халыҡ-ара фестивалендә ҡатнаша

Башҡортостандың Т. Сәйфуллин исемендәге Дәүләт академия хор капеллаһы Силәбе өлкәһендә үтәсәк Тынлы музыка халыҡ-ара фестивалендә ҡатнаша. Оркестр 11 сентябрь – Миәс, 12 сентябрь Магнитогорск ҡалаларында сығыш яһай.

«Фестиваль ойоштороусылар үтенесе буйынса беҙ программаға тынлы музыка әҫәрҙәрен дә, ә рус композиторҙары хоры әҫәрҙәрен, башҡорт хор музыкаһы ынйыларын да алдыҡ. Һүҙ Нур Дауытовтың «Фатима», уның эшкәртеүендә «Буранбай» йыры, «Шәл бәйләнем» башҡорт халыҡ йыры темаһына композиция һәм башҡалар хаҡында бара. Коллектив менән солистар Татьяна Чулина (сопрано), Артур Шәрипов (баритон), Илгиз Фазылов (тенор) сығыш яһай. Татар һәм ҡаҙаҡ йырҙары ла яңғыраясаҡ» – ти капелланың художество етәксеһе, баш дирижёры, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Алһыу Хәсбиуллина.

Фестиваль 9 - 13 сентябрҙә Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Текслер ярҙамы менән үтә. Сараны Силәбе дәүләт филармонияһы ойошторған. Биш көндә Силәбе өлкәһенең ун ҡалаһында 16 концерт программаһы ҡуйыласаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb