БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Бешкәктә уҙған мәҙәни сарала Башҡортостан делегацияһын етәкләй

БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Бешкәктә уҙған мәҙәни сарала Башҡортостан делегацияһын етәкләй

12 -14 августа Ҡырғыҙстан Республикаһында Рәсәй мәҙәниәте көндәре уҙа. Унда мәҙәниәт минстры Әминә Шафиҡова етәкселегендә Башҡортостан Республикаһы делегацияһы ла ҡатнаша.

Рәсәй халыҡтарының мәҙәниәтен күрһәтеүгә йүнәлтелгән мәҙәни сара Ҡырғыҙстандың Т. Һатылғанов исемендәге Милли филармонияһында уҙа. Башҡортостан Республикаһы вәкилдәре төбәктәге биҙәү-ҡулланма сәнғәте төрлөлөгө, сувенир продукцияһы, шулай уҡ "Тамға" халыҡ-ара башҡорт милли кейеме конкурсының иң яҡшы оҫталарының үҙенсәлекле эштәре төшөрөлгән фото-открыткалар менән таныша ала.

Бынан тыш, ҡунаҡтар өсөн традицион башҡорт мәҙәниәте буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыла. Милли музыка ҡоралдарын эшләү, шулай уҡ уларҙа уйнау буйынса оҫталыҡ дәресен Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғафури районының музыка мәктәбе уҡытыусыһы, музыкант (ҡурай, думбыра, ҡумыҙ, өзләү), Карелияла, Үзбәкстанда халыҡ-ара һәм Өфөлә Бөтә Рәсәй сәсәндәр конкурсы лауреаты Илһам Байбулдин үткәрә.

Башҡорттарҙың тамбурлы сигеү төрҙәре буйынса оҫталыҡ дәресен БР Милли музейының ғилми хеҙмәткәре, этнограф, дизайнер, "Тамға" халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы жюрийы ағзаһы Сәлимә Усманова алып бара.

БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Бешкәктә уҙған мәҙәни сарала Башҡортостан делегацияһын етәкләй
БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Бешкәктә уҙған мәҙәни сарала Башҡортостан делегацияһын етәкләй
БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Бешкәктә уҙған мәҙәни сарала Башҡортостан делегацияһын етәкләй
БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Бешкәктә уҙған мәҙәни сарала Башҡортостан делегацияһын етәкләй

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb