БР Милли китапханаһында иҫке төрки телен өйрәнеү буйынса курстар башлана

БР Милли китапханаһында иҫке төрки телен өйрәнеү буйынса курстар башлана

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала иҫке төрки телен өйрәнеү курстары башлана.

Курстар китапханала яҙылыусыларҙың һорауы буйынса тергеҙелә. Был юлы улар килешеү нигеҙендә барасаҡ. Дәрестәр төркөмдәр комплектланыу менән башланасаҡ. Дәрестәрҙе китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк китаптар бүлеге мөдире, доцент, к.ф. Флүр Сибәғәтов алып бара.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр Милли китапхана бушлай курстар үткәрҙе. Ул саҡта дәрестәр 25-30 кешенән торған ике төркөмдә барҙы. Был дәрестәр китапханаларға яҙылыусылар араһында бик актуаль ине.

Билдәле булыуынса, революцияға тиклемге архивтар, шул иҫәптән ревизор әкиәттәре, халыҡ иҫәбен алыу, генеалогик яҙмалар иҫке төрки телендә алып барылған. Ә иҫке төрки телен өйрәнеү, китапханала шөғөлләнеүселәр әйтеүенсә, уларға генеалогик ағас - шәжәрәне төҙөгәндә фамиль яҙмаларын өйрәнеүҙә һәм тикшереүҙә ярҙам итә.

Дәрестәр Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк китаптар бүлегендә (Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 4, 1-се ҡат) үтәсәк. Белешмәләр һәм яҙылыу өсөн телефон: 287-13-00.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb