БР Милли музейы башҡорт балаҫына арналған күргәҙмә аса

БР Милли музейы башҡорт балаҫына арналған күргәҙмә аса

Һуғылған балаҫтар - башҡорт мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ ҙур бер өлөшө. Халҡыбыҙ бөтә күңел матурлығын ошо йорт-ҡаралды әйберенә һалған һәм тиҙҙән беҙ шул матурлыҡты күреп кинәнә аласаҡбыҙ. БР Милли музейы башҡорт балаҫына арналған "Башҡорт балаҫы" исемле күргәҙмә әҙерләй. Уның бер өлөшө милли оҫталарҙың боронғо эштәренән, икенсеһе "Ағиҙел", "Ебәк юл", "Билбау" ойошмаларының заманса эштәренән торасаҡ. Бер ыңғай, балалар өсөн дә ҡыҙыҡлы интерактив программа һәм бәләкәй балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәресе ҡаралған.

Күҙ яуын алырҙай балаҫтар, һуғылған панно һәм көнкүреш кәрәк-яраҡтары күргәҙмәһе 14 октябрь, 15.00 сәғәттә асыла.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb