БР Милли музейы Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларын асыҡлаусы эҙәрмәнлек экспедицияһында ҡатнашты.
15 июлдән 23 июлгә тиклем Краснодар өлкәһе Туапсе районында "Сиктәге фронт" исемле хәрби-археологик экспедиция уҙҙы.
Башҡортостандан "Ватан" эҙәрмәндәр отряды етәксеһе Радик Үмәрғалин һәм беҙҙең музейҙың археология бүлеге ғилми хеҙмәткәре Александр Ҡотоев совет һәм немец хәрби позициялары, окоп һәм блиндаждарҙы өйрәнде.
Яугир һалдаттарҙың эҙҙәрен эҙләүгә үҙ өлөшөн индерҙе.
Экспедицияла тупланған тәжрибә уларға алдағы эшендә лә файҙалы булыуын теләйбеҙ.
Тарихи белешмә: Бөйөк Ватан һуғышы бәрелештәре 1942-се йылда Краснодар өлкәһе Туапсе районында сентябрҙән алып декабргә тиклем бара. Германияның фашист баҫҡынсылары өсөн Туапсены алыу ғәйәт ҙур роль уйнаған. Ҡара диңгеҙгә сығып, фашистар Төркиә аша һөжүм итергә ниәтләгән була.