БР Милли музейында ҡунаҡта Фирҙәүес Хисаметдинова булды

БР Милли музейында ҡунаҡта Фирҙәүес Хисаметдинова булды

Июнь айының бер көнөндә БР Милли музейында, “Ил күрке” акцияһы сиктәрендә, музей буйлап сәйәхәт С. Юлаевтың тыуған көнөнә арналды. Уны Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисаметдинова үткәрҙе. Уны беҙ һүҙ тылсымын аңлаған ғалимә, депутат, БР мәғариф өлкәһе өсөн баһалап бөткөһөҙ хеҙмәттәре һәм тел ғилемен өйрәнеүҙән үрелеп сыҡҡан, башҡорттарҙың элек-электән килгән белеме - донъяны аңлауы, ҡарашы, көнитмеше һәм рухи кодекстары менән бәйле бик күп китаптар авторы итеп беләләр.

Тормошо халҡына, фәнгә, белгәнен халҡына тапшырыуға бағышланған ханым БР, РФ ғилми донъяһында ғына түгел, сит илдәрҙә лә юғары дәрәжәләргә иреште, танылды. Халыҡ ғилемен төрлө китаптар аша ҡайтарған Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисаметдинова менән осрашыу бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәргә бай булды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb