Башҡортостан Республикаһының Милли музейы Бөтә Донъя Фольклориадаһына әҙерләгән төп эштәрҙең береһе – «Халҡымдың күңел хазинаһы» исемле күргәҙмә асылды.
Бөгөн, 23 июндән, музейҙың икенсе ҡатындағы иркен бүлмәне халҡыбыҙҙың мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ өлөшө - милли кейеме, йорт-ҡаралды әйберҙәре һәм күҙҙең яуын алыр үҙенсәлекле биҙәүестәр биҙәй.
Был бүлмәлә ҡатын-ҡыҙ бирнәһе тупланған матур һандыҡтарҙы ла, күркәм нағышланған еләндәрҙе лә, көндәлек һәм байрам итек-сарыҡтарын да, ҡыҙҙар йөҙөн нурлаған сулпы-алҡаларҙы, ҡулын биҙәгән беләҙек-балдаҡтарҙы күрергә мөмкин.
300-ҙән ашыу милли экспонат араһында, шулай уҡ, башҡорттарҙың туҡылған туҡымаһы, кейеҙ, зауыҡлап сигеү сәнғәте өлгөләрен күрә алаһығыҙ. Һырлап, ырып, биҙәк һалып яһалған ағас әйберҙәрҙә лә халҡыбыҙҙың күңел хазинаһы күренә.
Ҡунаҡтарҙы музейҙың генераль директоры Альбина Ярмуллина сәләмләне. Сараны матур телмәре менән билдәле рәссам Роза Юлдашбаева тағы ла байыраҡ итте. Этномоданың үҫешенә ҙур йоғонто яһаусы белгес Александр Кирдякин күргәҙмәнең һис шикһеҙ уңышлы буласағын белдерҙе.
БР Милли музейы этнография бүлегенең ғилми хеҙмәткәре Сәлимә Усманова ҡунаҡтарға экскурсия үткәрҙе.
«Халҡымдың күңел хазинаһы» исемле уникаль күргәҙмәһе июль-август айҙары эшләй.