БР Милли музейында "Тере ағас" исемле күргәҙмә асыла

БР Милли музейында "Тере ағас" исемле күргәҙмә асыла

Башҡортостан Республикаһының Милли музейында "Тере ағас" исемле күргәҙмә асыла. Ул БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы, биҙәү-һырлау сәнғәте оҫтаһы Ильис Миниәхмәт улы Ямалетдиновтың 85 йәшенә арнала. Күргәҙмә башҡорттарҙың милли шөғөлөнә ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында ла ойошторола.

Ысынлап та, беҙҙе уратыусы тереклек тын ғына ғүмер итһә лә, ул - тере.  Ә ағасҡа рәүеш биреп, уға йән өрөп, мәғәнә һала белгән оҫталар - хазина. Яңы күргәҙмә сәнғәттең иң юғары өлгөләренән торасаҡ.

Авторҙың һөнәри юлы, Бөтә донъя ҡортсолар конгресында алтын миҙал алған мискәле айыу һыны, скульптуралар, этно стилдәге һауыт-һабаларҙы үҙ күҙҙәрегеҙ менән килеп күрергә саҡыра ойоштороусылар. Бынан тыш, күргәҙмәлә уның уҡыусыларының да эштәре урын аласаҡ.

Күргәҙмә 20 октябрь, 15.00 сәғәттә асыла.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb