БР Милли музейы Башҡортостанда сәләмәтлек һәм әүҙем тормош йылы сиктәрендә “Ҡартаямы ни һуң йөрәк...” исемле фотокүргәҙмә аса. Бөрө тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы эше нигеҙендә ойошторолған фотокүргәҙмә оло йәшкә етеүгә икенсе күҙлектән ҡарарға өндәй.
Өлкән йәштә лә әүҙем, энергия менән тулы, һәр көнө мәғәнәле тормош менән йәшәргә мөмкин. Фотокүргәҙмә авторҙары ошоноң миҫалдарын күрһәтергә ашыға.
Фотокүргәҙмә башлыса Джавалита Шәрипова, Светлана Яҡупова һәм башҡаларҙың эштәренән тора. Һәр фотo Л. Толстой, С. Айтматов, М. Твен, Т. Мидлтон, Ф. Кафка, О. Аросева, Ш. Чинмой, О. Хаям кеүек яҙыусыларҙың афоризмдары менән оҙатыла.