БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Олег Хановты 70 йәше менән ҡотланы

БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Олег Хановты 70 йәше менән ҡотланы

Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова РСФСР-ҙың атҡаҙанған, БАССР-ҙың халыҡ артисы Олег Хановты 70 йәше менән ҡотланы һәм сәләмәтлек, яңы ҡаҙаныштар,бөтмәҫ илһам теләне.

"Ижад юлығыҙ – сәнғәткә, һөнәргә һәм тамашасыға тоғролоҡтоң сағыу өлгөһө. Һәләтлелек, иң яҡшы драма сәнғәте традицияларына тоғролоҡ һеҙгә һөнәри оҫталыҡҡа өлгәшергә, һоҡланғыс актер, режиссер, педагог булараҡ танылырға ярҙам итте. Сәхнәләге бик күп онотолмаҫ ролдәр, сағыу спектаклдәр Һеҙгә лайыҡлы билдәлелек һәм тамашасылар һөйөүен килтерҙе.

Эшлекле кеше булараҡ, Һеҙ иң ҡыйыу идеяларҙы һәм башланғыстарҙы тормошҡа ашыраһығыҙ. Шуныһы ҡыуаныслы: Һеҙ бөгөн дә сағыу премьералар, яңы әҫәрҙәр менән ижадығыҙҙы һөйөүселәрҙе шатландырыуҙы дауам итәһегеҙ", - тиелә ҡотлау телеграммаһында.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb