Брайль шрифында һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн Гүзәл Ситдиҡованың яңы китабы сыҡты

Брайль шрифында һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн Гүзәл Ситдиҡованың яңы китабы сыҡты

М.Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһының тифлонәшриәт бүлегендә танылған шағирә, прозаик, публицист һәм йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡованың «Машина ниңә "дүрт-дүрт" - ти?» тип исемләнгән китабы донъя күрҙе.

Йыйынтыҡҡа хикәйәләр, балалар өсөн шиғырҙар һәм әкиәттәр ингән. Китап Брайль шрифында башҡорт телендә баҫылған һәм рельеф-график һүрәттәр менән биҙәлгән.

Әлеге ваҡытта яҙыусының ижади иҫәбендә ундан ашыу китап бар. 2017 йылда «Ҡолонсаҡ — арғымыҡ булыр бер саҡ» шиғырҙар, әкиәттәр, хикәйәләр йыйынтығы өсөн Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика дәүләт премияһына лайыҡ булды.

Гүзәл Ситдиҡова - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһының Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән.

Техник эшкәртеүҙән һуң китап республика ҡалаларындағы махсус китапханаларға тапшырыласаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb