Бөгөн, 25 майҙа, билдәле «Бүреләр» башҡорт рок төркөмө «Мәңгелек мөхәббәт» тигән яңы альбомының исем туйын үткәрә.
«Бүреләр» тәүге тапҡыр үҙен «Йәшлек-шоу-2004» республика конкурсында таныта һәм «Йыл асышы» номинацияһында еңеү яулай. Төркөмдөң йырҙарында тотош бер быуын башҡорт рок-музыкаһын һөйөүсе йәштәр үҫеп сыҡты.
Коллективтың һәр яңы альбомы башҡорт йәштәре араһында ҙур ваҡиғаға әүерелә. «Бүреләр»ҙең тәүге йыйынтығы 2008 йылда донъя күрә, икенсе «Юлдар» альбомы 2017 йылда краудфандинг нигеҙендә сығарыла.
«Өсөнсө йыйынтыҡ элеккеләренә оҡшамаған – уға лирик композициялар ингән. Бөгөн исем туйында ҡасандыр «Бүреләр»ҙе танытҡан билдәле йырҙарҙы ла башҡарырға вәғәҙә итәбеҙ. Бергәләп йырларбыҙ!», - ти төркөм етәксеһе Илшат Абдуллин.
Концерт киске 7-лә башлана.
Адрес: Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 27, Musichall 27.
Билеттарҙы ошо һылтанма буйынса алырға мөмкин: https://ufa.kassir.ru/koncert/burelar