Бүздәк районы Ҡаңны-Төркәй ауылы мәҙәниәт йортона күренекле актёр, театр режиссёры, профессор, РСФСР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, С. Юлаев дәүләт премияһы лауреаты Ғабдулла Ғиләжевтең исемен биреү һәм мемориаль таҡта асыу тантанаһы үткәрелде.
Был иҫтәлекле ваҡиғала Ғ. Ғиләжевтең һуңғы сығарылыш уҡыусылары - Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Айбулат һәм Минзәлә Ҡотошовтар, Наҙгөл һәм Ишбулат Иҫәнбаевтар ҙа ҡатнашты.
Шәкерттәре Ғабдулла Ғиләжевте ихлас, саф күңелле, изгелекле, үҙ эшен яратып башҡарған, студенттары, коллегалары өсөн атайҙарса хәстәрлек менән янып йәшәгән оло шәхес итеп иҫкә алдылар.
«Ҡаңны-Төркәй ауылы Салауат Юлаев исемендәге премияға лайыҡ өс шәхесте — Хәким Ғиләжев, Ғабдулла Ғиләжев һәм Факиһа Туғыҙбаеваны — тәрбиәләүе менән дан алған. Уларҙың барыһының да тормош һәм ижад юлдары мәҙәниәт йорто музейында сағылыш тапҡан. Үҙ ул һәм ҡыҙҙарын ҡәҙерләй белгән ауылдаштарына мең рәхмәт!» - тип яҙа Салауат театры коллективы интернет селтәрендәге төркөмөндә.
Ғабдулла Ғабдрахман улы Ғиләжев 1930 йылдың 1 февралендә Башҡорт АССР‑ының Бәләбәй кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бүздәк районы) Ҡаңны-Төркәй ауылында тыуған. Бала саҡта етем ҡалғас, ағаһы Хәким Ғиләжевтең тәрбиәһендә үҫә.
1948 йылда Өфөлә Башҡорт театр-художество училищеһын В.Ғ. Ғәлимов, Р.Ш. Фәйзуллин курсы буйынса тамамлай.
1948 йылдан — Йомағужа колхоз-совхоз театрында, 1949 йылдан — Баймаҡ колхоз-совхоз театрынды (хәҙер — Сибай башҡорт драма театры), 1950 йылдан Ауырғазы колхоз-совхоз театрында (хәҙер — Салауат башҡорт дәүләт драма театры) актёры булып эшләй.
1951—1954 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры.
1959 йылда Мәскәүҙә А.В. Луначарский исемендәге Театр сәнғәте дәүләт институтын М.О. Кнобель, А.Д. Попов курсы буйынса тамамлай.
1959 йылдан Башҡорт дәүләт академия драма театры режиссёры һәм директоры вазифаһын үтәй. 1958 йылда Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә И.Ә. Абдуллин һәм Ш.Ғ. Насиров драмаһы буйынса «Генерал Шайморатов» спектаклен ҡуя, был уның тәүге режиссёрлыҡ эше була.
1964—1967 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының мәҙәниәт министры урынбаҫары вазифаһын башҡара.
1967—1983 йылдарҙа Республика рус драма театрының баш режиссёры, бында 50-нән ашыу спектаклдәр ҡуя. Шул уҡ ваҡытта 1960—1963 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһында, 1968—1997 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусы булып эшләй. Уның башланғысы буйынса Йәш тамашасы театры (хәҙерге Милли йәштәр театры) яңынан ойошторола.
1997 йылдың 7 ғинуарында Өфөлә вафат була.