14 декабрь Республика башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың указына ярашлы, Башҡорт теле көнө үткәрелә. Шулай уҡ бөгөн күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улының тыуған көнө.
Был көндө Арт-квадраттың "ЛОФТ" ивент-холында башҡорт телен популярлаштырыуға йүнәлтелгән проектар презентацияһы уҙа. Сараны ойоштороусылар Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡортостан республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто. Презентацияла "Интерактив башҡорт теле", "Башҡортсофт", "Глосбе", "Башҡорт булып уйнау" һәм башҡа проекттар күрһәтеләсәк. Проекттар араһында Сабина Кучаева, Гәлсәр Байғусҡарова, Юлай Ҡасимов һәм Резана Вәлиева сығыш яһайҙар. Сара сиктәрендә "Минең әкиәт" һәм википедистарҙың "Беҙ - башҡорттар" конкурстарында еңеүселәрҙе бүләкләү уҙасаҡ.
Барлыҡ теләүселәрҙе 14 декабрь сәғәт 16:00-дә Арт-квадраттың "Лофт" залында көтәбеҙ. еркәлеү өсөн һылтанма: https://forms.gle/FFVxkgKEeJubW9zg6
Сараға инеү өсөн QR-код мотлаҡ.