Бөгөн, 11 октябрҙә, Башҡортостан Республика көнөн билдәләй. 1990 йылда республиканың Юғары Советы тарафынан Башҡорт Совет Социалистик Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә.
Бөгөн республиканың ҡала һәм райондарында байрам саралары бара. Башҡортостандың барлыҡ музейҙарында Асыҡ ишектәр көнө уҙғарыла. Музей хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан тарихы һәм дәүләт символикаһы, ҡала, район һәм республика ауылдары халҡы өсөн ҡыҙыҡлы һәм фәһемле эштәр тәҡдим итәсәк, Республика көнөнә арналған мәктәп уҡыусылары һәм студенттар өсөн тематик мәҙәни-белем биреү саралары уҙғарасаҡ. Шулай уҡ республика музейҙарында лекциялар, әңгәмәләр, викториналар, тематик уйындар ойоштороласаҡ.
Республика көнө уңайынан Өфөлә Салауат Юлаев һәм шағир, күренекле йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабичтың һәйкәлдәренә сәскәләр һалыу тантанаһы уҙҙы. Тантанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Ҡаҙағстандың сауҙа һәм интеграция министры Бахыт Солтанов, Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев һәм республика хөкүмәте ағзалары ҡатнашты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 27-30 сентябрҙә Башҡортостан делегацияһы эш сәфәре менән Ҡаҙағстанда булды.