Бөгөн Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Салауат Әбүзәровҡа – 55 йәш

Бөгөн Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Салауат Әбүзәровҡа – 55 йәш

Башҡорт шағиры, драматург Салауат Әбүзәров Башҡортостандың иң хозур урындарының береһендә - Ғафури районының Ташаҫты ауылында тыуып үҫкән. Әҙәбиәткә 90-сы йылдарҙа килә. Ул - дүрт шиғри йыйынтыҡ авторы.

Салауат Әбүзәровтың «Хыялый» исемле тәүге пьесаһы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында, Мирхәйҙәр Фәйзи исемендәге Ырымбур дәүләт татар драма театрында, Яр Саллы татар дәүләт театрында ҡуйылды. Шулай уҡ уның «Хыялый» һәм «Әсир» пьесалары республика драма әҫәрҙәре конкурсында беренсе урын алды. 2012 йылда Ейәнсура районының «Үҫәргән» халыҡ театры уның «Байраҡ аҫтында...» пьесаһын сәхнәләштерҙе.

Авторға телмәр образлылығы, интонация ритмы, юмор тойғоһо һәм бер нисә һүҙ менән генә фәлсәфүи фекерҙәрҙе еткереү һәләте хас.

Салауат Нәзир улына ижади уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb