Бөгөн - бөйөк рус шағиры Александр Пушкиндың тыуған көнө

Бөгөн - бөйөк рус шағиры Александр Пушкиндың тыуған көнө

Бөгөн - бөйөк рус шағиры Александр Пушкиндың тыуған көнө һәм Рус теле көнө. Ошо айҡанлы республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙма ҡалдырҙы.

"Бөгөн, Александр Сергеевич Пушкиндың тыуыуына 223 йыл тулған көндә, Башҡортостандағы иң «пушкин» урыны тураһында һөйләйем. Барыһы ла 1979 йылда, йәш рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рафиҡ Әминев Көйөргәҙе районының Шәбағыш ауылында А.С. Пушкинға арналған мәктәп музейы асырға булғас башлана. Ни өсөн тап уғамы? «Капитан ҡыҙы» һәм «Пугачев бунты тарихы» өҫтөндә эшләгәндә шағир Ырымбур губернаһы буйлап сәйәхәт иткән, унда хәҙерге Башҡортостандың, шул иҫәптән Көйөргәҙе районының биләмәһе лә ингән.

Шул ваҡыттан алып ҙур булмаған коллекция етди экспозицияға тиклем үҫә. Бөгөн музей фондтарында - 40 меңдән ашыу (!) экспонат. Мәҫәлән, бында шағирҙың 86 телдә йыйынтыҡтары һаҡлана.

Дүрт тиҫтә йыл эсендә музей тарихи-мәҙәни комплексҡа әүерелде. 2015 йылда бында Александр Пушкинға һәйкәл ҡуйылды. Уның авторы - скульптор А.Е. Козинин. Бөгөн комплекс составына шағирға һәйкәл, әҙәбиәт музейы һәм картиналар галереяһы инә.

Музей барыһы өсөн дә асыҡ. Ә Рафиҡ Ғибаҙрахман улы, хаҡлы ялға сығыуына ҡарамаҫтан, ҙур теләк менән экскурсиялар үткәрә", - тигән Радий Фәрит улы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb