Бөгөн, 7 мартта, Рәсәйҙә Театр кассирҙары көнө билдәләнә. Был көндө ошо ҡыҙыҡлы һәм кәрәкле һөнәр вәкилдәрен тәбрикләйҙәр. Салауат дәүләт башҡорт драма театры кассиры һәм билет кассаһы мөдире Регина Миңдиярова ла бөгөн хеҙмәттәштәренән һәм тамашасыларҙан ҡотлауҙар ҡабул итә.
Регина Дамир ҡыҙы театрҙа 2009 йылдан кассир булып эшләй. Уның бурыстары - отчеттар төҙөү, билеттар баҫтырыу. Шулай ҙа театр кассирының төп бурысы - халыҡ менән эшләү, тигән фекерҙә ҡатын.
«Мин театрға мөккибән кеше. Премьера спектаклдәрен халыҡҡа күрһәтелгәнгә тиклем үк ҡарай алам, шуға ла эшемде яратам. Билет һатып алыусыға оҡшарҙай спектаклде тәҡдим итә алыр өсөн һәр саҡ театр ваҡиғалары, яңы спектаклдәр һәм гастролдәр менән ҡыҙыҡһынам», - ти Регина Миндиярова.
Байрам тарихы:
Рәсәйҙә Театр кассирҙары көнө йыл һайын марттың тәүге дүшәмбеһендә билдәләнә. Байрам беренсе тапҡыр 2009 йылда Санкт-Петербургта уҙғарыла. Башлап ебәреүсеһе - «Приют комедианта» дәүләт драма театры. Учреждение хеҙмәткәрҙәре театр кассирҙарының һөнәри байрамын билдәләргә тәҡдим итә. Матур башланғыс башҡа театрҙар араһында киң танылыу һәм хуплау таба.