Бөгөн Өфөлә "Мәхәббәт боҙҙо иретә" тигән байрам сараһы уҙа

Бөгөн Өфөлә "Мәхәббәт боҙҙо иретә" тигән байрам сараһы уҙа

14 февралдә, Ғашиҡтар көнө уңайынан, баш ҡаланың «Динамо» стадионында Өфө халҡы һәм ҡала ҡунаҡтары өсөн «Мөхәббәт боҙҙо иретә» тигән сара үтәсәк.

Байрамды Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының йәштәр бүлеге менән берлектә «Юлдаш» радиоһы ойоштора.

Тамашасыларҙы күңелле йыр-моңдар, уйындар, шәп бүләктәр һәм дискотека көтә. Тағы ла төп бүләк — мөхәббәт утында янған ғашиҡ парҙарға ресторанға ике кешелек сертификат оттороласаҡ. "Сараны «Үәт шәп кис» егеттәре Венер Фәйзуллин һәм Айбулат Сәсәнбаев алып барасаҡ һәм яҡшы кәйеф бүләк итәсәк!" - тип вәғәҙә итә ойоштороусылар һәм санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләр хаҡында онотмауҙы һорай.

Байрам 17:00 сәғәттән киске 20:00 сәғәткә тиклем барасаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb