Башҡортостан Республикаһының Милли музейында ғәҙәти булмаған «Бөрйән бал ҡорто» күргәҙмәһе асылды. Проекттың төп геройы – Бөрйән районының ғына түгел, тотош республиканың төп символына әүерелгән бал ҡорто.
Башҡортостан беҙҙең брендҡа арналған проектты тәүгеләрҙән булып ҡабул итте. Күргәҙмәне асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадранов ҡатнашты.
Проект авторы — билдәле рәссам, Рәсәй художество академияһының почетлы ағзаһы, Рәсәй Рәссамдар ижади союзы ағзаһы, Рәсәйҙең Почёт ордены кавалеры, сәнғәт оҫтаһы Евгения Васильева. Уның эштәре Пьер Карденда (Франция), Татарстан Республикаһының Дәүләт һынлы сәнғәт музейында, Гибеллина ҡалаһының хәҙерге заман сәнғәте музейында (Италия), Кальтаджироне ҡалаһының Епархия музейында (Италия), Ибраһим Кодра фондында (Швейцария) коллекцияларында, шулай уҡ донъяның төрлө илдәрендә шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.
Евгения Васильева музейға, М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының сәнғәт факультетына, Санкт-Петербургтағы Художество академияһының ғилми-тикшеренеү музейына һәм Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығына эштәрен күрһәтеү мөмкинлеге өсөн рәхмәт белдерҙе.
Тантаналы шарттарҙа картиналар авторы Евгения Васильева һәм Башҡортостан Республикаһы Милли музейының генераль директоры Альбина Ярмуллина 10 картинаны Башҡортостан Милли музейы фондына тапшырыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Күргәҙмә апрель аҙағына тиклем эшләй.