Башҡортостанда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, Рәсәй һәм Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы, шағир, прозаик һәм журналист Дамир Шәрәфетдинов исемендәге ике әҙәби конкурс иғлан ителде. "Тәбиғәт ҡосағында" конкурсына — шиғырҙар һәм " Урманда үткән бер көнөм" конкурсына ҡыҫҡа хикәйәләр ҡабул ителә. Ижади бәйге 7 ғинуарҙан 10 февралгә тиклем дауам итә.
Конкурстың ойоштороусыһы — Сабир Шәрипов исемендәге "Иҙел башы" яҙыусылар ойошмаһы.
"Конкурсҡа бер шиғыр йә бер хикәйә ебәрергә мөмкин. Хикәйәнең күләме А4 ҡағыҙында ике биттән артмаҫҡа тейеш", - тип иҫкәртә ойоштороусылар.
Конкурс эштәрен һәм үҙегеҙ тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәтте Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. адресы буйынса ебәрергә кәрәк.