“ДрамКвадратик 2021” драматург булырға хыялланған балалар һәм үҫмерҙәрҙе көтә

“ДрамКвадратик 2021” драматург булырға хыялланған балалар һәм үҫмерҙәрҙе көтә

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Хәҙерге заман драматургияһы һәм режиссураһы үҙәге менән берлектә Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн “ДрамКвадратик 2021” театр лабораторияһын аса.

“Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн “ДрамКвадратик 2021” театр лабараторияһы” мәғариф проектына заявкалар ҡабул ителә башланы, тип хәбәр итә театрҙың матбуғат хеҙмәте.

Үҙенсәлекле проект пьеса һәм сценарийҙар яҙырға өйрәнергә теләгән йәки яҙған әҫәрҙәрен кемгә күрһәтергә белмәгән, спектакль сығарыуҙа ҡатнашырға, драматургия ҡанундарын өйрәнергә хыялланған ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы көтә. Унда Өфөлә йәшәүсе 13 йәштән 17 йәшкәсә балалар ҡатнаша ала.

"Балалар һәм үҫмерҙәр бер аҙна эсендә драматургия нигеҙҙәрен үҙләштереп, пьеса яҙырға өйрәнәсәк, шунан ул пьесаны беҙҙең театрҙың профессиональ актерҙары һәм режиссерҙар сәхнәлә ҡуясаҡ. Барлыҡ ҡатнашыусыларҙың пьесалары буйынса ҡуйылған спектакль-алманах лабораторияның һөҙөмтәһе буласаҡ", - ти проект етәксеһе Ангиза Ишбулдина.

Проект барышында балаларҙы уҡыуҙан азат итеү өсөн ойоштороусылар рәсми белешмә юллап бирәсәк. Ҡатнашыу бушлай.

Проект октябрь-ноябрҙә уҙа.

Заявка ебәрер өсөн ошо һылтанма аша үтергә кәрәк https://forms.gle/SJ92c1Va5JBqcbtSA

Заявкалар 15 октябргә тиклем ҡабул ителә.

Бөтә һорауҙар буйынса Ангиза Ишбулдинаға мөрәжәғәт итергә мөмкин: +79876273767.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb