Урал дәүләт иҡтисад университетында «Ҙур этнографик диктант» халыҡ-ара акцияһы уҙҙы. Акцияла ҡатнашыусылар араһында башҡорт милли кейемендәге студенттарҙы күрергә мөмкин ине.
Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йортоноң Свердловск өлкәһендәге филиалы етәксеһе, “Беҙ бергә” мәҙәни проекттар һәм башланғыстар үҙәге директоры Светлана Ҡолмырҙина билдәләүенсә, бындай диктант тестар аша илдә йәшәгән халыҡтарҙы өйрәнеүгә йәлеп итә.
«Башҡорттар - Уралдың төп халҡы. Беҙ студенттарҙың башҡорт милли кейеменең ниндәй икәнлеген белеүен теләйбеҙ. Айҙар менән Ксюша диктант геройҙары булды, күптәр улар менән ошо көн иҫтәлегенә фотоға төшөргә теләне. Һәр халыҡтың мәҙәниәтен аңлап, тыныслыҡты һәм дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙе аңлауҙа байыйбыҙ»,- тип билдәләне Светлана Ҡолмырҙина.
Ҙур этнографик диктант 2016 йылдан Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан уҙғарыла. Ойоштороусыһы - Милли масьәләләр буйынса федераль агентлыҡ.