Екатеринбургта башҡорт ҡыҙҙарының портреттары менән күргәҙмә асылды

Екатеринбургта башҡорт ҡыҙҙарының портреттары менән күргәҙмә асылды

Екатеринбург ҡалаһында башҡорт милли кейемендәге башҡорт ҡыҙҙарының портреттары күргәҙмәһе асылды. Уларҙы Евгений Гладиновтың художество студияһы ойошторған оҫталыҡ дәрестәре барышында Свердловск рәссамдары төшөргән. Проект Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы - Свердловск өлкәһендәге Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге һәм «Беҙ бергә» мәҙәни проекттар һәм башланғыстар үҙәге ярҙамында тормошҡа ашырылған.

- Башҡорт ҡатын-ҡыҙының матурлығына дан йырлаған матур проект килеп сыҡты. Хәҙер ошо картиналарҙы 1-19 июндә Екатеринбург ҡалаһының Горький урамындағы “4а” һанлы  йортта урынлашҡан «Рәсәй тураһында һөйөү менән» сәнғәт күргәҙмәһендә күрергә мөмкин, - тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы етәксеһе, «Беҙ бергә» мәҙәни проекттар һәм башланғыстар үҙәге директоры Светлана Ҡолмырҙина.

- Барыһы ла бик матур ине! Светланаға хеҙмәттәшлегебеҙ өсөн ихлас рәхмәтемде белдерәм. Башҡорт халҡы минең өсөн сағыу һәм үҙенсәлекле. Башҡорт кейеменең матурлығын һәм сағыулығын күрһәтергә теләнем. Ул мине яугирлыҡ рухы һәм ҡыйыулыҡ, баҫалҡылыҡ һәм ғорурлыҡ кеүек һыҙаттарҙы сағылдырыуы менән йәлеп итте. Оҫталыҡ дәрестәрендә төрлө стилдә һәм төрлө материалда (май, пастель, акварель) яҙған 8 рәссам ҡатнашты. Беҙ башҡа милләттәр өсөн дә портреттар яҙабыҙ. Мари, ҡаҙаҡ халыҡтары вәкилдәренең портретын төшөрҙөк, сыуаштар менән дә эшләргә ниәтләйбеҙ. Әммә башҡорттарҙың портретын яҙыу айырыуса оҡшай. Костюмдарҙың сағыулығы! Ҡыҙыл төҫ! Затлы тире! Көмөш! Портрет яҙыу өсөн Гөлйөҙөм менән Оксана саҡырылды. Эшләгән барышында моделдәр башҡорт халҡының тарихы һәм костюмдың элементтары хаҡында һөйләгәне, һәм был айырым бер мөхит булдырҙы, - тине рәссам, художество студияһы етәксеһе Евгений Гладинов.

Екатеринбургта башҡорт ҡыҙҙарының портреттары менән күргәҙмә асылды
Екатеринбургта башҡорт ҡыҙҙарының портреттары менән күргәҙмә асылды

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb