29-30 сентябрҙә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында "Ел тыуҙырған моң" II Халыҡ-ара этник музыка фестивале уҙа. Филармонияның матбуғат бүлегендә белдереүҙәренсә, фестивалдең төп символы - ҡурай. Уның эмблемаһында ла төрлө тынлы музыка ҡоралы ярҙамында ҡурай һынландырылған.
Йола буйынса Башҡортостандың Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры фестивалдең нигеҙен тәшкил итә, барлыҡ ҡатнашыусылар республикабыҙ брендына әүерелгән коллектив менән берлектә уйнаясаҡ. Оркестрҙың художество етәксеһе һәм баш дирижеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Ш. Бабич исемендәге Дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Линар Дәүләтбаев.
Фестивалдең бересе көнөндә Башҡортостанда һәм унан ситтә билдәлелек яулаған башҡарыусылар һәм коллективтар сығыш яһай: Марат Фәйзуллин - Taturas, "Zainetdin" этно проекты, "Uzoritsa" этно төркөмө, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Илнур Хәйруллин һәм Азат Биксурин, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Артур Ғайсаров һәм филармония солистары. 30 сентябрҙә донъя кимәлендә танылыу яулаған артистар ҡатнашлығында Гала-концерт була: Мәскәү һорнайсылар оркестры етәксеһе Артемий Воробьев, Санкт-Петербургтан беҙҙең тамашасыларға күптән таныш Аргишти (дудук), Ҡалмыҡ Республикаһынан Баир (лимба), Ирандан күп төрлө музыка ҡоралдарында уйнаусы оҫта Хамид Реза Даду.
Билеттарҙы филармония кассаһында һәм сайтында һатып алырға мөмкин.
“Пушкин картаһы” ғәмәлдә.