"Ер һүҙе/Онлайн 2.0" проектының икенсе ағымында уҡыуға ғаризалар ҡабул ителә

"Ер һүҙе/Онлайн 2.0" проектының икенсе ағымында уҡыуға ғаризалар ҡабул ителә

"Ер һүҙе/Онлайн 2.0" халыҡ-ара проектының икенсе ағымында уҡыуға ғаризалар ҡабул итеү башлана.

Конкурста ҡатнашыу өсөн ғариза яҙ һәм профессионалдар етәкселегендә режиссура нигеҙҙәренә бушлай өйрәнеп, туған телдә фильм төшөрөү мөмкинлеге ал! Һүҙеңде үҙ телеңдә әйт!

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тәүге “Ер һүҙе” кинофорумы - 15, “Ер һүҙе / Онлайн” - 35 кинофильм төшөрөлдө. Яңыртылған “Ер һүҙе / Онлайн 2.0” проектында проектта ҡатнашыусылар менән бергә Рәсәй халыҡтары телдәрендә 75 сценарий һәм 45 ҡыҫҡа метражлы нәфис һәм документаль фильмдар, роликтар һәм клиптар эшләү бурысы ҡуйыла.

Иң яҡшы фильмдар альманахҡа индерелә, ул Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә - 2022 йылдың 4 ноябрендә күрһәтеү өсөн үҙәк телеканалдарға тәҡдим ителә.

Тулыраҡ мәғлүмәтте проекттың сайтында ҡарарға мөмкин.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb