"Етегән йондоҙ" фольклор коллективтарының фестиваль-конкурсы еңеүселәре билдәләнде

"Етегән йондоҙ" фольклор коллективтарының фестиваль-конкурсы еңеүселәре билдәләнде

Учалы ҡалаһында III "Етегән йондоҙ" фольклор коллективтарының фестиваль-конкурсы быйыл онлайн үткәрелде. Фестиваль-конкурста Башҡортостандан, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән 55 фольклор коллективы ҡатнашҡан.

Ижади бәйгелә Гран-приҙы Балаҡатай районынан "Серҙәш" халыҡ фольклор ансамбле яулаған (етәксеһе Сәйҙә Әхтәмова).

I урынды Мишкә районынан «Ший памаш» ("Көмөш шишмә") халыҡ фольклор коллективы (Анастасия Солтанбаева) һәм Учалы районынан «Аҡ теләк» ағинәйҙәр фольклор коллективы (Гөлфинә Йомағужина, Хәлимә Ғатауллина) алған.

II дәрәжә диплом менән Арғаяш районынан "Гүзәлем" фольклор ансамбле (Марина Вәлиуллина), Бөрйән районынан "Йәнбикә" фольклор коллективы (Гүзәл Фәйзуллина), Ишембай районынан "Хазина" башҡорт халыҡ фольклор коллективы (Елена Сәфәрова) бүләкләнгән.

III урында - Бөрйән районынан «Мираҫ» халыҡ фольклор ансамбле (Хәлиҙә Ғәҙелшина), Мәсетле районынан "Ҡабырсаҡ" башҡорт халыҡ фольклор коллективы (Рәсимә Әхмәтйәнова), Мейәс ҡалаһынан "Аҡ инәйҙәр" клубы (Бүләкәй Шафиҡова), Туймазы районынан "Тылсым" фольклор ансамбле (А.Сәғитова).

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb