Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле «Беҙҙең уртаҡ йортобоҙ - Рәсәй!» программаһы менән Ҡырым Республикаһына гастролгә юллана. Турне Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫын һаҡлау йылына арнала.
9-13 июндә Ғәскәровсылар Ялта, Севастополь, Евпатория, Белогорск, Симферополь ҡалаларында сығыш яһай. Ғәскәровсылар башҡорт, татар, ҡалмыҡ, алтай, мордва һәм рус бейеүҙәрен күрһәтергә йыйына. 12 июндә Рәсәй көнөндә Ғәскәров исемендәге ансамбль байрам концерттары менән Крым Республикаһының Белогорск районында сығыш яһаясаҡ.
- Белогорск һәм Белогорск районы Башҡортостан Республикаһы һәм Өфө ҡалаһы менән туғандаш, шуға күрә беҙ турҙы Белогорск районы халҡын Рәсәй көнө менән ҡотлай алырлыҡ итеп төҙөнөк. Беҙ күп милләтле илебеҙ мәҙәниәтен күрһәтәсәкбеҙ, - ти ансамбль директоры Алмаз Сәйетов.