19 февралдә, шәмбелә, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында «Фэста» ҡатын-ҡыҙҙар йыр ансамбле үҙенең тәүге концертына саҡыра. Был – йәш коллективтың тәүге яңғыҙ концерты.
Матур кисәлә ҡыҙҙар башҡорт композиторҙары – Салауат Низаметдинов, Рим Хәсәнов, Нур Дауытов, Бәхти Ғайсин, Шамил Ибраһимов, Рафиҡ Сәлмәнов һәм башҡаларҙың әҫәрҙәрен башҡара.
Программала Башҡортостандың Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры ҡатнаша.
«Фэста» вокаль ансамбле - 2019 йылда Таһир Сәйфуллин исемендәге Дәүләт академия хор капеллаһының художество етәксеһе Алһыу Хәсбиуллина башланғысы менән ойошторолған йәш ҡатын-ҡыҙҙар коллективы. Етәксеһе - халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Гүзәл Хафизова.
2020 йылда коллектив «На Ивана, На Купала» халыҡ-ара конкурс-фестиваленең (Мәскәү ҡалаһы) I дәрәжә лауреаты исемен алды һәм Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған ҙур концертта ҡатнашты.
Концерт киске сәғәт 6-ла башлана.
Билеттарҙы ошо һылтанма буйынса һатып алырға мөмкин.
«Пушкин картаһы»н файҙаланырға була.